"Ғилем" йәнә старт бирҙе. Районыбыҙҙың төп ҡиммәте – аҡыллы һәм маҡсатлы йәштәр. Шуға күрә мәктәп уҡыусыларына теүәл фәндәрҙә үҫешергә һәм туған телде өйрәнергә ярҙам иткән башланғыстар бик кәрәкле. Үткән йылда тәүге тапҡыр ойошторолған олимпиадала 1632 уҡыусы көс һынағайны. Балалар башҡорт телен яҡшы белеүе менән ҡыуандырҙы. Уҡытыусылар ойоштороусыларҙың теүәл фәндәр менән башҡорт телен бер рәткә ҡуйыуын хупланы. Һәр ҡатнашыусы "Салауат" ЯСЙ-һынан ҡиммәтле бүләктәргә эйә булды. Ә еңеүселәрҙе әҙ...
"Осҡон" гәзите
Әбйәлил районының ижтимағи - сәйәси гәзите
Графики
📊 Средний охват постов
📉 ERR % по дням
📋 Публикации по дням
📎 Типы контента
Лучшие публикации
13 из 13"Ғилем" йәнә старт бирҙе. Районыбыҙҙың төп ҡиммәте – аҡыллы һәм маҡсатлы йәштәр. Шуға күрә мәктәп уҡыусыларына теүәл фәндәрҙә үҫешергә һәм туған телде өйрәнергә ярҙам иткән башланғыстар бик кәрәкле. ⬇️⬇️⬇️
Бөгөн "Ғилем" интеллектуаль олимпиадаһының беренсе туры башланды. Район мәктәптәрендә дистанцион форматта уҡыусылар олимпиада күнегеүҙәрен башҡарҙы. Олимпиада физика, химия, математика һәм башҡорт теленән 7-10 класс уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Ғилем" олимпиадаһын районда икенсе йыл рәттән «НефтеПолис» инженерлыҡ мәктәптәрен үҫтереү фонды район мәғариф бүлеге менән берлектә һәм «Салауат» ЯСЙ-һы ярҙамында уҙғара. Фотоларҙа Сиҙәм, Дәүләт һәм Ҡырҙас мәктәбе уҡыусылары олим...
Еңеүселәр билдәле булды Асҡар ауылының "Хазина" полилингваль мәктәбе базаһында башланғыс мәктәп уҡыусылары араһында IX "Фәнгә аҙым" район фәнни-тикшеренеү эштәре һәм ижади проекттар конкурсы үтте. Конкурста райондың 8 мәктәбенән 25 уҡыусы ҡатнашты. Сараны Асҡар ауылының "Йәш техниктар станцияһы" (етәксеһе А. М. Ғәлина) ойошторҙо. Һәр проект үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы булды. Конференцияла ҡатнашыусыларҙы Гөлнара Сәфәрғәле ҡыҙы тәбрикләп, уңыштар теләне. "Ҡайынҡай" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе, ра...
Еңеүселәр билдәле булды Асҡар ауылының "Хазина" полилингваль мәктәбе базаһында башланғыс мәктәп уҡыусылары араһында IX "Фәнгә аҙым" район фәнни-тикшеренеү эштәре һәм ижади проекттар конкурсы үтте. Конкурста райондың 8 мәктәбенән 25 уҡыусы ҡатнашты. Сараны Асҡар ауылының "Йәш техниктар станцияһы" (етәксеһе А. М. Ғәлина) ойошторҙо. 👇👇👇
Депутаттар иғтибарына! 25 мартта Әбйәлил районы муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында район Советының сираттағы сессияһы үтә. Көн тәртибендә: 1. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әбйәлил районы буйынса бүлеге начальнигының бүлек хеҙмәттәренең һәм подразделениеларының эшмәкәрлеге тураһында 2025 йыл өсөн отчеты тураһында. 2. Әбйәлил районы муниципаль район Советының 2023 йылдың 14 декабрендәге «Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы муниципаль районының 2030 йылға тиклемге социаль-иҡ...
Көслөләрҙе асыҡлай һынау Сиҙәм урта мәктәбе уҡыусыһы Руслан Мөстәҡимов былтыр үткән «Ғилем» олимпиадаһында физика фәненән белемен һынай һәм яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, призлы урын яулай, бүләккә «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Яндекс колонкаһы ала, призерҙы әҙерләгән уҡытыусыһы Айһылыу Өмөтбаева иһә 120 мең һумлыҡ аҡсалата сертификат менән бүләкләнә.
🐾 Хайуандарҙа ҡотороу ауырыуын иҫкәртеү тураһында — Башҡортостан Республикаһының Ветеринария буйынса дәүләт комитеты белгестәре. Төбәктә йыл һайын ҡотороу сиренең 10-15 осрағы теркәлә. Эттәр, бесәйҙәр, төлкөләр, бүреләр, терпеләр һәм ярғанаттар хәүеф тыуҙыра. Инфекция тешләү йәки зарарланған тән тиреһенә һеләгәй эләгеүҙән барлыҡҡа килә. Йорт хайуандарын һаҡлауҙың берҙән-бер ышаныслы ысулы – ваҡытында вакцина яһатыу һәм уларҙың тәртибен иғтибар менән күҙәтеү. ✅ Вакцинация Бесәйҙәргә һәм эттәргә ...
Районда икенсе йыл рәттән “Ғилем” олимпиадаһы үткәрелә Үткән йылғы олимпиадала Т. Кусимов исемендәге гимназияның физика һәм математика уҡытыусыһы Дилара Камалованың уҡыусыһы — Илгизәр Дауытов физиканан тәүге этапты уңышлы үтеп, икенсе турҙа еңеүгә өлгәшә. Быйыл иһә Дилара Юлай ҡыҙының 20-гә яҡын уҡыусыһы олимпиадала ҡатнашыуға теркәү үткән. — Сер түгел, конкурс, олимпиада, викторина һәм башҡа интеллектуаль һынауҙар иң һәләтле балаларҙы асыҡлап ҡына ҡалмай, уларҙың артабанғы үҫешенә булышлыҡ итә,...
"Ғилем"дә ҡатнашыусылар һаны ишәйә Хәбәр итеүебеҙсә, «НефтеПолис» инженер мәктәптәрен үҫтереү фонды райондың мәғариф бүлеге менән берлектә һәм «Салауат» компанияһы ярҙамында муниципалитеттың төп интеллектуаль олимпиадаһы дауам итә. Әлеге ваҡытта олимпиадала ҡатнышыуға 2162 бала теркәү үткән, былтыр 1600-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашҡайны. 1337 бала заданиеларҙы үтәгән, был ҡатнашыусыларҙың дөйөм һанынан 61,8 процентын тәшкил итә. Иң күп балалар Т. Кусимов исемендәге гимназиянан (114 кеше), Йәнгел...