"
"Осҡон" гәзите
@gazeta_oskon265 подп.
44просмотров
16.6%от подписчиков
23 марта 2026 г.
Score: 48
Депутаттар иғтибарына! 25 мартта Әбйәлил районы муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында район Советының сираттағы сессияһы үтә. Көн тәртибендә: 1. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әбйәлил районы буйынса бүлеге начальнигының бүлек хеҙмәттәренең һәм подразделениеларының эшмәкәрлеге тураһында 2025 йыл өсөн отчеты тураһында. 2. Әбйәлил районы муниципаль район Советының 2023 йылдың 14 декабрендәге «Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы муниципаль районының 2030 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын раҫлау тураһында»ғы 287-се ҡарарына үҙгәрештәр индереү тураһында. 3. Әбйәлил районы муниципаль районы хужалыҡтарының бөтә категорияларында агросәнәғәт комплексын үҫтереү торошо һәм ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙе 2026 йылдың яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләү барышы тураһында. 4. Әбйәлил районы муниципаль районы хакимиәтенең административ комиссияһы эшмәкәрлеге тураһында. 5. Әбйәлил районы муниципаль районы хакимиәте менән райондың ауыл биләмәләре хакимиәттәре араһында (исемлек буйынса улар 15) муниципаль районға ауыл биләмәләре вәкәләттәренең бер өлөшөн тапшырыу тураһында килешеүҙе раҫлау тураһында. 6. Әбйәлил районы муниципаль районы биләмәһендә тышҡы рекламаны, мәғлүмәт конструкцияларын, алтаҡталарҙы урынлаштырыу ҡағиҙәләрен һәм реклама конструкцияларын һүтеү тәртибен раҫлау тураһында. 7. Әбйәлил районы муниципаль районы хакимиәте структураһына үҙгәрештәр индереү тураһында. 8. Әбйәлил районы муниципаль район Советының 2018 йылдың 23 майындағы «Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы муниципаль районында муниципаль хеҙмәт вазифаларын биләү өсөн квалификация талаптары тураһында»ғч 216-сы ҡарарын ғәмәлдән сығарыу тураһында. 11.00 сәғәттә башлана.
44
просмотров
1707
символов
Нет
эмодзи
Нет
медиа

Другие посты @gazeta_oskon

Все посты канала →
Депутаттар иғтибарына! 25 мартта Әбйәлил районы муниципаль р — @gazeta_oskon | PostSniper