"
"Осҡон" гәзите
@gazeta_oskon265 подп.
36просмотров
13.6%от подписчиков
23 марта 2026 г.
📷 ФотоScore: 40
"Ғилем"дә ҡатнашыусылар һаны ишәйә Хәбәр итеүебеҙсә, «НефтеПолис» инженер мәктәптәрен үҫтереү фонды райондың мәғариф бүлеге менән берлектә һәм «Салауат» компанияһы ярҙамында муниципалитеттың төп интеллектуаль олимпиадаһы дауам итә. Әлеге ваҡытта олимпиадала ҡатнышыуға  2162 бала теркәү үткән, былтыр 1600-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашҡайны. 1337 бала заданиеларҙы үтәгән, был ҡатнашыусыларҙың дөйөм һанынан 61,8 процентын тәшкил итә. Иң күп балалар Т. Кусимов исемендәге гимназиянан (114 кеше), Йәнгел  мәктәбенән (104), Красная Башкириянан мәктәбенән (89) теркәлгән. 31 мартта ойоштороласаҡ икенсе турҙа ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәренең көсөн һынаясаҡ. Унда еңеүселәрҙең исемдәре билдәләнәсәк. Олипиадала ҡатнашырға теләгән һәр уҡыусы түбәндәге һылтанма буйынса үтеп, теркәлеү үтә ала: vk.cc/cVoY7S Олимпиаданың рәсми сайты: xn--c1aeimg.xn--p1ai/
36
просмотров
848
символов
Нет
эмодзи
Да
медиа

Другие посты @gazeta_oskon

Все посты канала →
"Ғилем"дә ҡатнашыусылар һаны ишәйә Хәбәр итеүебеҙсә, «НефтеП — @gazeta_oskon | PostSniper