39просмотров
14.7%от подписчиков
27 марта 2026 г.
📷 ФотоScore: 43
Районда икенсе йыл рәттән “Ғилем” олимпиадаһы үткәрелә
Үткән йылғы олимпиадала Т. Кусимов исемендәге гимназияның физика һәм математика уҡытыусыһы Дилара Камалованың уҡыусыһы — Илгизәр Дауытов физиканан тәүге этапты уңышлы үтеп, икенсе турҙа еңеүгә өлгәшә. Быйыл иһә Дилара Юлай ҡыҙының 20-гә яҡын уҡыусыһы олимпиадала ҡатнашыуға теркәү үткән.
— Сер түгел, конкурс, олимпиада, викторина һәм башҡа интеллектуаль һынауҙар иң һәләтле балаларҙы асыҡлап ҡына ҡалмай, уларҙың артабанғы үҫешенә булышлыҡ итә, уҡытыусыларға тәжрибә тупларға ярҙам итә. Районда булдырылған «Ғилем» олимпиадаһында икенсе йыл ҡатнашабыҙ, уҡыусыларҙың көсөн һынап ҡарау, уларҙың һәләттәрен үҫтереү, тәжрибә туплау, артабан ниндәй йүнәлештә уҡыусыны әҙерләргә кәрәклеген аңлау өсөн бик уңайлы тип һанайым. Һынауҙарҙы уңышлы үтеп, еңеү яулаған ҡыҙҙар һәм малайҙарға «Салауат» компанияһы әҙерләгән бүләктәр быйыл да олимпиадала ҡатнашыуға теләк уятты. Призерҙарҙы әҙерләгән уҡытыусылар өсөн дә премиялар булдырғайны был ойошма, — ти Дилара Юлай ҡыҙы.