"
"Осҡон" гәзите
@gazeta_oskon265 подп.
78просмотров
29.4%от подписчиков
18 марта 2026 г.
📷 ФотоScore: 86
Бөгөн "Ғилем" интеллектуаль олимпиадаһының беренсе туры башланды. Район мәктәптәрендә дистанцион форматта уҡыусылар олимпиада күнегеүҙәрен башҡарҙы. Олимпиада физика, химия, математика һәм башҡорт теленән 7-10 класс уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Ғилем" олимпиадаһын районда икенсе йыл рәттән «НефтеПолис» инженерлыҡ мәктәптәрен үҫтереү фонды район мәғариф бүлеге менән берлектә һәм «Салауат» ЯСЙ-һы ярҙамында уҙғара. Фотоларҙа Сиҙәм, Дәүләт һәм Ҡырҙас мәктәбе уҡыусылары олимпиада эштәрен башҡара.
78
просмотров
522
символов
Нет
эмодзи
Да
медиа

Другие посты @gazeta_oskon

Все посты канала →
Бөгөн "Ғилем" интеллектуаль олимпиадаһының беренсе туры башл — @gazeta_oskon | PostSniper