1.2Kпросмотров
26 марта 2026 г.
Score: 1.3K
Бөгөнгө сәйәсәткә ҡараһаң, донья һүтелде, тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһе тағы ла асыла төшә. Күп дәүләттәр үҙ ғәскәрҙәрен арттырырға йыйына, әммә һалдаттар етешмәй. Ошо хаҡта Европа илдәрен, Америкаларҙы байҡаныҡ. Дәүләт думаһына сит илдәргә турҙар һатыуҙы тыйыу тураһындағы тәҡдим менән депутат Милонов сыҡҡан. Имеш, россияла эске туризмды үҫтерергә кәрәк. Бындай тәҡдим-закондарҙың бер генә нимәгә - ғөмүмән илдән сығыуҙы тыйыуға килтерергә мөмкинлеге аңлашыла кеүек. Хәҙер онотола төшкән "Выездная виза" тигән төшөнсә менән яңынан танышыуға ҡалмағайы. Аспекты Башҡортостан каналында сыҡҡан Айгөл Лион менән Ростислав Мырҙағоловтоң һөйләшеүе берәүҙе лә битараф ҡалдырманы шикелле. Бөгөн беҙ ҙә әлеге һөйләшеүгә оҙаҡлап туҡталдыҡ, әйтелмәй ҡалған фекерҙәр, алған тәьҫораттар менән бүлештек. https://youtu.be/kT03Br3OYbw?is=tcQy39MZ1uEBzRU_
1.2K
просмотров
837
символов
Нет
эмодзи
Нет
медиа

Другие посты @komitetbnd

Все посты канала →
Бөгөнгө сәйәсәткә ҡараһаң, донья һүтелде, тигән һүҙҙәрҙең мә — @komitetbnd | PostSniper