1.2Kпросмотров
8 марта 2026 г.
📷 ФотоScore: 1.3K
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Сит илдәрҙәге Башҡорт милли хәрәкәте комитеты барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө, 8 март менән ысын күңелдән ҡотлай! Был яҙ байрамы йәмғиәт үҫешенә, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, киләсәк быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән ҡатын-ҡыҙға ихтирам, ҡәҙер һәм рәхмәт символы булып тора. Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары халҡыбыҙ һәм тотош республика тормошонда элек-электән айырым роль уйнай — мәҙәниәт, тел, йолалар, рухи нигеҙҙәр һаҡсыһы булараҡ. Башҡортостандың барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарына — башҡорттарға, шулай уҡ еребеҙҙә йәшәгән барлыҡ халыҡтар вәкилдәренә ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, аҡылығыҙ, хәстәрлегегеҙ, ныҡлығығыҙ ғаиләләргә терәк, йәмғиәткә илһам сығанағы, районыбыҙ үҫешенең мөһим өлөшө булып тора. Йорттарығыҙ һәр саҡ йылылыҡ, мөхәббәт, үҙ-ара аңлашыусан булһын. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, муллыҡ, именлек, киләсәккә ышаныс теләйбеҙ. Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, һәр көнөгөҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар, яңы мөмкинлектәр алып килһен. Байрам менән, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән! Сит илдәрҙәге Башҡорт милли хәрәкәте комитеты