1.2Kпросмотров
15 марта 2026 г.
Score: 1.3K
Бөгөнгө ултырышыбыҙҙа доньяүи яңылыҡтарҙан йыраҡ китә алманыҡ. Быға тиклем дә, ә һуңғы дүрт йылда айырыуса ситкә сәселгән милләттәштәребеҙҙе алда тағын бер һынау көтә - икенсе йылдан россия консуллыҡтарында мөһәжирҙәрҙең хәлен ауырлаштырыусы ҡанун проекты ҡарала. Ул тиҙҙән ҡабул да ителәсәк. Был закон буйынса, мөһәжирҙәр, бигрәк тә россияла административ йә енәйәт эштәре асылған булһа, консуллыҡтарҙа паспорт алыштыра алмаясаҡ. Ирандағы һуғыш дауам итә, уны туҡтатырлыҡ көс табылманы әлегә, һуғыш ялҡыны башҡа дәүләттәргә лә төшөргә мөмкин. Израиль Ливандағы бер урыҫ йортон юҡ итте, берәүгә булһа ла әлеге көс кәмене. Бөгөн дә ауылдарға ҡайтыу, үҙ йортоңдо еткереү турыһында фекер алыштык. Был хаҡта күпме һөйләһәң дә аҙ булмаҫ, сөнки белгән, әҙерләнгән кеше - көслө кеше. https://youtu.be/i9Q7GMJGuY8?is=FrZuI47vl26Eqyxv