И
ИСЛАМ ХАЗИНАҺЫ
@kanzulatfalbashkortsa309 подп.
298просмотров
96.4%от подписчиков
3 января 2026 г.
statsScore: 328
4⃣0⃣0⃣ Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәдтең салла Аллаһу ғәләйһи үә сәлләмә ҡайһы бер һөт инәләрен әйтеп үт ⭕️Яуап Хәлимә әс-Сәғдийә һәм Ҫүүәйбә исемле Әбү Ләһәбтең ҡол ҡыҙы ➖ ➖ ➖ ➖ ➖ 📌 Быға дәлил ✔️ Хәҙис حديث أُمِّ حَبِيبَةَ رضي الله عنها، زَوْجَ النَّبِيِّ ﷺ، قَالَتْ: قُلتُ: يَا رَسُولَ الله، انْكِحْ أُخْتِي بِنْتَ أَبِي سُفْيَانَ، قَالَ: «وَتُحِبِّينَ ذَلِكِ؟» قُلتُ: نَعَمْ، لَسْتُ لَكَ بِمُخْلِيَةٍ، وَأَحَبُّ مَنْ شَارَكَنِي فِي الخَيْرِ أُخْتِي، فَقَالَ: «إِنَّ ذَلِكِ لاَ يَحِلُّ لِي» فَقُلتُ: يَا رَسُولَ الله، فَوَ الله إِنَّا نَتَحَدَّثُ أَنَّكَ تُرِيدُ أَنْ تَنْكِحَ دُرَّةَ بِنْتَ أَبِي سَلَمَةَ؟ فَقَالَ: «بِنْتَ أُمِّ سَلَمَةَ» فَقُلتُ: نَعَمْ، قَالَ: «فَوَالله لَوْ لَمْ تَكُنْ رَبِيبَتِي فِي حَجْرِي مَا حَلَّتْ لِي، إِنَّهَا بِنْتُ أَخِي مِنَ الرَّضَاعَةِ، أَرْضَعَتْنِي وَأَبَا سَلَمَةَ ثُوَيْبَةُ فَلاَ تَعْرِضْنَ عَلَيَّ بَنَاتِكُنَّ وَلاَ أَخَوَاتِكُنَّ». Хәбәр Ителеүенсә, Умм Хәбибә бинт Әбү Суфьян һөйләгән: "бер ваҡыт миңә Аллаһтың Рәсүле килде, һәм мин уға: “Һин минең һеңлем (Дурра) Әбү Суфьян ҡыҙына өйлән?" - тинем. - Һин быны теләйһеңме? - тип пәйғәмбәр салла Аллаһу ғәләйһи үә сәлләмә һораны. Мин: "Мин бит һинең берҙән-бер ҡатының түгел, һәм иң мөһиме мин һеңлемдең минең менән яҡшылыҡты бүлеүен теләйем", - тинем. Ул: "Ул миңә рөхсәт ителмәй", - тине. Мин:"Әммә миңә һинең Дүрра Әбү Сәләмә ҡылына өйләнергә йөрөүең тураһында хәбәр иттеләр", - тинем. Пәйғәмбәр (салла Аллаһу ғәләйһи үә сәлләмә) һораны: “Үмм Сәләмәнең ҡыҙына?. Мин: "Эйе", - тинем. Пәйғәмбәр әйтте: - Әгәр ҙә ул минең ҡарауымдағы үгәй ҡыҙым булмаһа ла, миңә уға өйләнергә ярамаҫ ине, сөнки ул минең һөт ағайымдың ҡыҙы бит. Мине һәм Әбү Сәләмәне Ҫүүәйбә үҙ һөтө менән имеҙҙе. Шулай итеп, миңә ҡыҙҙарығыҙҙы ла, һеңлеләрегеҙҙе лә тәҡдим итмәгеҙ". 📚 Сахих Бухари, 5372 📒 Сахих Муслим, 1449 Әммә Хәлимә әс-Сәғдийә тураһындағы ҡисса мәшһүр һәм уның турала сира һәм газауаттар авторҙары килтерҙе. Ҡабатлай алаһың: Шәйех Мүхәммәд Насыруддин әл-Әлбәни, Сахих әс-Сира китабы, 15-се биттән. https://t.me/kanzulatfalbashkortsa
298
просмотров
2021
символов
Нет
эмодзи
Нет
медиа

Другие посты @kanzulatfalbashkortsa

Все посты канала →
4⃣0⃣0⃣ Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәдтең салла Аллаһу ғәләйһи үә сәл — @kanzulatfalbashkortsa | PostSniper