213просмотров
68.9%от подписчиков
21 декабря 2025 г.
questionScore: 234
3⃣8⃣8⃣ Тәҡдирҙең нисә төрө бар? ⭕️Яуап Уның дүрт төрө бар ➖➖➖➖ 1. Тәҡдир мәңгелек (әзәли) (Күктәр һәм Ер барлыҡҡа килтерелер алдынан илле мең йыл алда) ✔️Хәҙис Аллаһ Күктәрҙе һәм Ерҙе барлыҡҡа килтергәнгә тиклем мәхлүктәрҙең тәҡдирен илле мең йыл алдан яҙҙы". Тағы ла әйтте:
"Ғәрше һыу өҫтөндә ине", - тип. 📒 Сахих Муслим, 2653 2. Тәҡдир ғүмерлек (килешеү алынғанда, һәм әсә ҡарынында тамсы барлыҡҡа килтерелгәндә) ✔️ Аллаһ әйтте وَإِذ أَخَذَ رَبُّكَ مِن بَني آدَمَ مِن ظُهورِهِم ذُرِّيَّتَهُم وَأَشهَدَهُم عَلى أَنفُسِهِم أَلَستُ بِرَبِّكُم قالوا بَلى شَهِدنا أَن تَقولوا يَومَ القِيامَةِ إِنّا كُنّا عَن هذا غافِلينَ
Һәм бына Раббың Әҙәмдең балаларынан, уларҙың арҡаларынан уларҙың тоҡомдарын сығарҙы һәм уларҙы үҙ-үҙҙәренә шаһит булырға мәжбүр итте: «Мин Раббығыҙ түгелме ни?» Улар: «Эйе, беҙ шаһитлыҡ итәбеҙ!» — тинеләр... Һеҙ ҡиәмәт көнөндә «Беҙ бынан битараф булдыҡ»,— тип әйтмәүегеҙ өсөн. Әл-Әғраф сүрәһе, 172 ✔️Хәҙис Әбү Ғәбдүр-Рахман Ғәбдүл-Ллаһ ибнү Мәсғүд (Аллаһ унан риза булһын!) ошолай тине:
"Тоғро һәм ышаныслы Пәйғәмбәр Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم беҙгә әйтте:
"Дөрөҫлөктә, һәр берегеҙ әсә ҡарынында ҡырҡ көн тамсы булып, унан һуң шул тиклем үк ваҡыт ойошҡан ҡан булып, унан һуң шул тиклем ит киҫәге булып ойоша. Шунан уның янына фәрештә ебәрелеп, уға йән өрҙөртөлә. Фәрештәгә дүрт төрлө нәмәне яҙырға бойорола: кешенең ризығын, ғүмер оҙонлоғон, ғәмәлдәрен, һәм бәхетле йәки бәхетһеҙ булырын".
📚 Сахих Бухари, 3208
📒 Сахих Муслим, 2643 3. Тәҡдир йыллыҡ (Ҡәҙер төнөндә) ✔️Аллаһ әйтте إِنّا أَنزَلناهُ في لَيلَةٍ مُبارَكَةٍ إِنّا كُنّا مُنذِرين َ فيها يُفرَقُ كُلُّ أَمرٍ حَكيمٍ﴾
Хаҡиҡәттә, Беҙ Ҡөрьәнде мөбәрәк төндә төшөрҙөк, һәм Беҙ иҫкәртәбеҙ. Ул төндә һәр хикмәтле эш хәл ителә" Әд-Духан сүрәһе, 3-4-се аят 4. Тәҡдир көнлөк ✔️ Аллаһ әйтте يَسأَلُهُ مَن فِي السَّماواتِ وَالأَرضِ كُلَّ يَومٍ هُوَ في شَأنٍ Күктәрҙә һәм Ерҙә булған бар нәмә Аллаһтан һорай, һәм һәр көн Ул быны хәл итәлер Әр-Рахмән сүрәһе, 29-сы аят https://t.me/kanzulatfalbashkortsa