214просмотров
69.3%от подписчиков
3 января 2026 г.
questionScore: 235
3⃣9⃣9⃣ Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәдкә (салла Аллаһу ғәләйһи үә сәлләмә) әсәһенең ҡәберен зыярат ҡылырға рөхсәт ителдеме? ⭕️Яуап Эйе, ләкин әсәһенең ширктә үлеүе сәбәпле уның өсөн доға ҡылырға рөхсәт ителмәне. ➖➖➖➖ 📌 Быға дәлил ✔️ Хәҙис Әбү Һүрәйра хәбәр иткән хәҙистә пәйгамбәребеҙ Мүхәммәд салла Аллаһу ғәләйһи үә сәлләмә әйтте: اسْتَأْذَنْتُ رَبِّي أَنْ أَسْتَغْفِرَ لِأُمِّي فَلَمْ يَأْذَنْ لِي، وَاسْتَأْذَنْتُهُ أَنْ أَزُورَ قَبْرَهَا فَأَذِنَ لِي» "Әсәйем өсөн истиғфар һорарға Раббымдан рөхсәт һораным, һәм быны миңә рөхсәт итмәне. Һәм мин Унан әсәйемдең ҡәберен зыярат ҡылырға рөхсәт һораным һәм миңә быны рөхсәт итте". 📒 Сахих Муслим, 976 https://t.me/kanzulatfalbashkortsa