672просмотров
52.6%от подписчиков
18 февраля 2026 г.
📷 ФотоScore: 739
❗Әминә Шафиҡова ҡулға алынды: уға досье йыйҙыҡ ✅Әминә Шафиҡова 1974 йылдың 24 мартында Бөрйән районы Ырғыҙлы ауылында тыуған. Урта махсус музыка мәктәбен һәм З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған, Ҡазан дәүләт консерваторияһында ассистентура-стажировка үтә. 2004-2008 йылдарҙа БР Хөкүмәте Аппаратының мәҙәниәт, спорт, киң мәғлүмәт саралары, милли һәм йәштәр сәйәсәте бүлегенең баш консультанты була. ✅Артабан ике йыл З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһының өҫтәмә белем биреү буйынса проректоры булып эшләй, тағы ике йыл – ректор. ✅2012 йылдың 5 октябренән Әминә Ивнәй ҡыҙы БР мәҙәниәт министры вазифаһына тәғәйенләнә. 💯Әминә Шафиҡова республиканың мәҙәниәт өлкәһен 14 йыл етәкләй. Ул Хәмитов заманында ла бик уңышлы ғына эшләне, Хәбиров менән дә уртаҡ тел таба һәм үҙе етәкләгән өлкәгә властарҙың иғтибарын йәлеп итә, үҫеш өсөн кәрәкле проекттарҙы алға этәрә белде. ✅Үҙенең тыуған районында донъя кимәлендәге “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығының төҙөлөшө лә тап ул етәкселек иткән осорға тура килде. Баш ҡаланың ҙур мәҙәни объекттары ла оҙаҡ йылдарҙан һуң капиталь ремонтланды: М. Ғафури исемендәге БАДТ, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, Сибай филармонияһы бинаһы, әле бына Өфөләге Актерҙар йорто сират көтә. Альбанов исемендәге музей, Ҡайтарылған исемдәр музейы кеүек әһәмиәтле урындар барлыҡҡа килде. ✅Ул ғына ла түгел, Рәсәй һәм донъя кимәлендә Башҡортостан Республикаһын танып-белеүҙәрендә лә республиканың Мәҙәниәт министрлығының өлөшө ҙур. Бөтә донъя фольклориада ла шаулап-гөрләп Башҡортостанда үтте. Баш ҡала халҡы йыл да “Евразия йөрәге”, “Симфония төнө” кеүек асыҡ һауала үткән концерттарға яратып йөрөй. ✅Башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә лә Әминә Ивнәй ҡыҙы һис ҡасан битараф булманы. Быны инде 2024 йылда ойошторолған Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар дәүләт ансамбле миҫалында ғына ла күрәбеҙ. Унан һуң Ҡурай көнө, “Урал батыр” эпосы көнө кеүек байрамдар булдырылыуы ла министрҙың эшмәкәрлеген баһалай, беҙҙеңсә. 💯Башҡортостанда 11 меңдән ашыу кеше мәҙәниәт өлкәһендә эшләй. Беҙҙең республика Рәсәйҙә иң күп мәҙәниәт усаҡтары булған төбәк: ⚡114 балалар сәнғәт мәктәбе бар, ⚡8 һөнәри учреждение һәм Өфө дәүләт сәнғәт институты, ⚡2021 йылдан “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” төбәк программаһы бойомға ашырыла – ауылдарҙа эшләгән 59 мәҙәниәт хеҙмәткәре 1-әр млн һум ярҙам аласаҡ. ✅Башҡортостанға федераль ярҙам да һиҙелерлек артты: 2026 йылда мәҙәниәтте үҫтереүгә республика 1 млрд 617 млн һум алды, был 2025 йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк, 2018 йылға ҡарағанда 11,5 тапҡырға күп. ✅2026 йылда, ниһайәт, Өфө дәүләт циркы төҙөкләндерелә башлай, уға 869,4 млн аҡса бүленгән. Шулай уҡ Үрге Ҡыйғы ауылындағы балалар сәнғәт мәктәбенә 147 млн һум, ә 100 мәҙәниәт усағын модернизациялауға һәм республика театрҙары нигеҙен нығытыуға 103 млн һум, 63 муниципалитет китапханаһын комплектлауға 16 млн һум аҡса ҡаралған. Тағы бик оҙаҡ һанарға булыр ине, әммә ошонда туҡтап торайыҡ. Нимә генә тиһәң дә, Әминә Шафиҡованың республика мәҙәниәтен үҫтереүгә һалған тырышлығын дөрөҫ баһаларға кәрәк. Ҡалғанын ваҡыт күрһәтер.