380просмотров
29.7%от подписчиков
21 января 2026 г.
stats📷 ФотоScore: 418
🔥Дуҫлыҡ уты тураһында. 1789 йылдың сентябрендә сираттағы рус-швед һуғышы осоронда Финляндияла Рәсәй флоты адмиралы Нассау-Зигендың адъютанты һәләк була. Де Вараж фамилиялы был адъютант, адмиралы кеүек үк, революциянан һуң рустар яғына күскән француз дворяндарынан була. Артҡа сигенгән шведтарҙы баҫтырғанда француз кешеһе вафат булып ҡалыуы тураһында хатта ул саҡта Финляндияла беҙҙең ҡоро ер ғәскәрҙәре баш командующийы булған граф Валентин Платонович Мусин-Пушкин менән Екатерина II хатлаша. Эш шунда, “француз диңгеҙ офицеры кавалер Девараж” (батшабикә хаттарында уны шулай тип атай) фин ярҙарында үлтерелә... башҡорттар тарафынан. Ул һуғышта уҡ-һаҙаҡтар менән ҡоралланған башҡорт иррегуляр кавалерияһының бер нисә полкы ҡатнаша, ә “Мальта рыцаре” Д’Вараж рус галера флотилияһы десанты составында финдарҙың хәҙерге Котка ҡалаһы тирәһендә була. Десант беҙҙең ҡоро ер ғәскәрҙәре менән берлектә эш итә һәм ярайһы ғына уңыштар ҡаҙана. Әммә сигенеп барған дошманды ҡыуған саҡта нәҡ шул француз-башҡорт “дуҫлыҡ уты” асыла. Екатерина II генерал Мусин-Пушкинға ҡуша: “тейешенсә был ваҡиғаны тикшерергә һәм ҡарарға, башҡорттарҙың ҡомһоҙлоғо һәм башбаштаҡлығы быға сәбәп булмағанмы”.
Капитан Сергей Тучков, буласаҡ генерал һәм беренсе рус хәрби энциклопедияһы авторы, ә ул саҡта батальон командиры һәм Котка эргәһендәге десантта ҡатнашыусы был ваҡиғаларҙы шулай тасуирлай: Был ваҡытта принц Ниссау үҙенең иң яҡшы ярҙамсыһын, Мальта кавалеры Варажды юғалтты: ул был төшкәндә хәбәрһеҙ юғалды. Уны эҙләргә ебәрелгән отрядтар уңышҡа өлгәшә алмай ҡайтты: ниһайәт, был тәжрибәле һәм батыр диңгеҙсе һәләк булған ҡайғылы осраҡ асыҡланды. Ярға төшкәс, ул ғәскәр артынан йәйәү бара алмай, сөнки был тиклем алыҫ ара үтергә күнекмәгән, һәм шуға үҙенә ат эҙләп бер чухна ауылына инә. Русса ла, чухна телен дә белмәй һәм яланда утлап йөрөгән крәҫтиән аттарын күреп, береһен тота, атты эйәрләмәй менеп ултыра, ә дилбегә урынына үҙенең кеҫә ҡулъяулығын ҡуллана.
Әммә ат артынан баҫыу буйлап йөрөгәндә аҙаша, шулай урман буйлап барғанда беҙҙең ҡоро ер армияһынан ебәрелгән башҡорттарға тап була. Был ярым ҡырағай яугирҙар уның сит ил ордендарын күреп, яҡыныраҡ киләләр һәм һорауҙарына французса яуап биргәс, дошман офицеры икән тип уйлайҙар һәм пленға алырға теләйҙәр, ә ул ҡылысын сығара, һаҡлана башлай, шул рәүешле башҡорттар тарафынан үлтерелә лә. Улар үҙҙәре уның орден билдәләрен Нассауға килтереп был турала һөйләй һәм юғары швед чиновнигын үлтергән өсөн награда һорай... Был осраҡты тикшереү тамамланғас, батшабикәнең стас-секретары Александр Храповицкий (“литва” дворяндары тоҡомонан һәм бер үк ваҡытта Петр I законһыҙ ейәне) үҙенең көндәлегендә бик әсе генә итеп яҙып ҡалдыра: “Веражды беҙҙең башҡорттар үлтергән; үҙе ғәйепле: күҙҙәре аҡайып, күк сюртукта чухна атында сапҡан һәм русса бер һүҙ ҙә белмәгән...” P.S. Әйткәндәй, ул саҡта башҡорттар шведтарҙы таң ҡалдыра. Солохтан һуң швед короле Густав III был Азия һыбайлыларын күрергә теләй. Һәм башҡорт старшинаһы Күсәрбай Аҡсулпанов швед батшаһына уҡ атыу һәм джигитовка оҫталыҡтарын күрһәтә – мәҫәлән, йомортҡа сойорғотоп, йәйәһен алып, һауала саҡта уҡ тейҙереп өлгөрә ала. Күсәрбайҙың улы Наполеон һуғыштарында һәм Парижды алғанда ҡатнаша.... Алексей Волынец.