Х
Ханзаман 🖋
@bashkhanzaman1.3K подп.
165просмотров
12.9%от подписчиков
30 января 2026 г.
Score: 182
Катерина, һылыу Катерина, Илап ҡаршылама таң алдын. Украина! Һине ҡотҡарырға Мин тупрағын үптем Уралдың. Мостай Кәрим. Фашизм тырнағынан Украинаны беҙҙең ата-бабалар бер йолоп алғайны инде. Бөгөн йәнә тотош ил халҡы менән бер ҡатарҙан Урал улдары Донбасты яҡлай. Махсус хәрби операция башланыуға 4 йыл. Оҙаҡ һәм ауыр 4 йыл.  Тик  беҙ - тылдағылар быға күнектек тә ахыры. Сөнки ауыр гөрһөлдәүҙәр беҙҙән алыҫ. Ә бит уйлап ҡараһаң, хәҙерге шарттарҙа һуғыш беҙҙең тупраҡта ла бара. Дрондар беҙгә лә килеп етә.Уларға ҡаршы махсус көрәш алып барыла. Ә тегендә ир-егеттәр баштарын һала... Әсе ысынбарлыҡ шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең хистәр тупаҫланды, хатта битарафлыҡ биләп алды ахыры. Республика Етәксеһенең бөгөнгө мөрәжәғәтнамәһе яңынан һиҫкәндереп,ойоған аңдарҙы уятып ебәрҙе. Һуғыш дауам итә – Еңеүҙе яҡынайтыуға берҙәмлек кенә ярҙам итә ала! Бөтәһе лә Еңеү өсөн! Алдағы йылға төп саҡырыу ошо булды. Еңеү өсөн ҡулдан килгәндең бөтәһен дә эшләйек, Еңеү өсөн бөтәбеҙ ҙә эшләйек!
165
просмотров
1028
символов
Нет
эмодзи
Нет
медиа

Другие посты @bashkhanzaman

Все посты канала →
Катерина, һылыу Катерина, Илап ҡаршылама таң алдын. Украина! — @bashkhanzaman | PostSniper