1.3Kпросмотров
19 ноября 2025 г.
📷 ФотоScore: 1.5K
✨АЛҒА БАРАМ✨ Юлдар һалам, Әкрен генә алға барам. Уйҙар сорнай, Әле дөрләп уттай янам. Артҡа ҡарау, Юҡтыр һис тә уйҙарымда, Үҙ яҙмышым, Бары тик үҙ ҡулдарымда. Барам, барам Юлдар һалам алға таба. Барам, барам, Һағыш, зарым артта ҡала. Ҡаршы ала Бәхетемдең алһыу таңы. Беркем алмаҫ, Минең өсөн яҙылганды. Алға барам Бер нимә кәртә түгел. Өмөт менән Мөлдөрәмә тулған күңел. Яттар һүҙе Миңә тимәй , китә уҙып. Алға барам, Үҙ юлымды үҙем һалып. Алам бары Үҙем менән йылы хистәр, Алға өндәй Мине һаман яҡты көстәр. Юлым төрлө Әле борма, һикәлтәле. Шуға ахры, Бик тә татлы гүмер тәме. Рәил Өмөтбаев көйө Айгөл Вәлиуллина һуҙҙәре #раильуметбаев #алгабарам
1.3K
просмотров
659
символов
Нет
эмодзи
Да
медиа

Другие посты @railumetbaev

Все посты канала →
✨АЛҒА БАРАМ✨ Юлдар һалам, Әкрен генә алға барам. Уйҙар сорна — @railumetbaev | PostSniper