А
Адвокат И.В. Суюндуков
@ilnursuiundukof10.9K подп.
30.9Kпросмотров
25 июня 2024 г.
Score: 34.0K
Рәшит Шәкүр , Башҡортостандың халыҡ шағиры. Яраланған бер ҡарт бүре һымаҡ, Мин өңөмә ҡайтып йығылдым, Бысрағына батып, бысрағына Сәйәсмәндәр ҡорған уйындың. Яраларҙы ялап ятҡан булам, Аңлай алмай донъя айышын. Ошо көнгә төштөм, мин халҡымдың Ҡурсалайым, тиеп, яҙмышын. Эй, ҡарт бүре... Күҙ алдыма килә Ҡамауҙағы бүре өйөрө. Мин дә, имеш, ана шул өйөрҙә Ҡамалыуҙа ҡалған бер бүре. Ҡамалыуҙа ҡалған бүреләрҙең Тирә-яғы уның ҡарауыл. Әмер килгән юғарынан, әмер – Бүреләргә шулай таман ул! Тейеш икән улар, теҙелешеп, Бер мөйөшкә барып боҫорға, Ҡушҡан саҡта шып-шым ултырырға, Ҡушҡан саҡта тороп баҫырға. Ә бүреләр – ирек һөйөүселәр, Түгел улар ауыл көтөүе, Ирек һөйөүсене, ирекһеҙләп, Мөмкинме һуң мәжбүр итеүе? О, был беҙҙең изге бер ҡатлылыҡ! Мәңге һүнмәҫ өмөт, ышаныс! Әммә бүре һынлы бүренең дә Булмышы бит, ай-һай, аяныс. Ахыры, хәҙер онотолоп бара Бүрелеге бәғзе бүренең. Ҡайһы берҙә ҡуян йөрәклеләр Кейеп ала төлкө бүреген. Әммә, нисек кенә итһәгеҙ ҙә, Һеҙ бүреләр инде, бүреләр. Туңҡайышып ятһағыҙ ҙа, һеҙҙе Барыбер ҙә бүре тиерҙәр. Ҡамалыуҙа тороп ҡалһалар ҙа, Бүреләрҙә түгел мәсьәлә. Ниңә тормош әйләнә лә китә Ҡурсаҡ театрындағы сәхнәгә? Ояһында эт тә көслө, тиҙәр, Икеләтә көслө бүреләр. Башҡортостан тигән был изге ил Хоҙайҙан бит беҙгә бирелгән. Юҡ, егеттәр, беҙ хоҡуҡлы ерҙә Үҙ юлыбыҙ менән барырға, Үҙебеҙсә хатта тын алырға, Үҙ-үҙебеҙ булып ҡалырға!
30.9K
просмотров
1436
символов
Нет
эмодзи
Нет
медиа

Другие посты @ilnursuiundukof

Все посты канала →
Рәшит Шәкүр , Башҡортостандың халыҡ шағиры. Яраланған бер ҡа — @ilnursuiundukof | PostSniper