2.0Kпросмотров
29 декабря 2025 г.
Score: 2.2K
Файҙалы каникул: башҡорт телендә мультиктар! 📺 Дуҫтар, беҙ https://bashqort.online/ проектыбыҙҙың бета-версияһын эшләтеп ебәрҙек! Балалар каникулда, буш ваҡыттары күп саҡта, уларҙың гаджеттарын файҙалы итеп көйләп ҡуйыу өсөн иң уңайлы мәл. Ял итһендәр, шул уҡ ваҡытта туған тел мөхитендә лә булһындар. Нисек эшләй?
Һеҙ сайтҡа инеп, Chrome йәки Firefox өсөн киңәйтмәне (расширение) ҡуяһығыҙ, һәм YouTube мультиктарҙы башҡортсаға тәржемә итә башлай.
📱 Телефондар өсөн лайфхак:
Әгәр һеҙҙә Android икән, Firefox браузерын йөкләгеҙ. Уға беҙҙең киңәйтмәне ҡуйып була — балалар телефондан йәки планшеттан да ҡарай ала! Беҙ һеҙҙең фекерҙәрегеҙҙе түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ! Проект әлегә «бета» стадияһында, шуға күрә беҙгә түбәндәгеләрҙе белеү бик мөһим:
✅ Нәмә яҡшы эшләй?
🛠 Нәмәне төҙәтергә йәки яҡшыртырға кәрәк?
🤔 Нәмә етмәй? Беҙ һеҙҙе ишетәбеҙ:
Мәҫәлән, тәүге ҡулланыусыларҙың үтенесе буйынса беҙ «аралаш тәржемә» өҫтәнек — беренсе фраза урыҫса, ә икенсеһе башҡортса яңғырай. Был телгә яйлап өйрәнергә ярҙам итә. 👇 Комментарийҙарҙа яҙығыҙ:
- Ҡушымтаны урынлаштырып булдымы?
- Балаларығыҙ йышыраҡ ниндәй каналдар ҡарай? Һылтанмаларҙы бында ташлағыҙ — беҙ уларҙы тәржемә исемлегенә өҫтәрбеҙ! Проектҡа һылтанма: https://bashqort.online/