713просмотров
6 июня 2025 г.
📷 ФотоScore: 784
Ғәйет ҡорбан Һөйөнөгөҙ, дуҫҡайҙарым! Байрам бөгөн, ҡорбан бөгөн;
Һәр мосолман ҡәлбенә байрам ҡошо ҡунған бөгөн.
Һайрай ул ҡош: "Алла әкбәр, Алла әкбәр!" - тип ҡуя,
"Һөй, мосолман, байрамыңды, Алла яҡлар!" - тип ҡуя. - Һөй, һөйөн, йырлап ебәр, ырғыт бөтә зар-моңдарың,
Алла һаҡлар, һаҡлап уҙҙырһаң был байрам көндәрен.
Алла маҡтар, маҡтаһаң байрамды, бик йәмле тиһәң,
Алла әкбәр, Алла әкбәр, Лиләхмәд... тиһәң. Кил, туғандар, бер туған күк берләшеп сайран итик,
Ҡайғы-хәсрәттәр таралһын, гөрләшеп байрам итик...
Кил, мосолман, бир ҡулыңды, бир, ҡыҫайым шат йән менән,
Ас иманлы йөҙкәйең, ҡотлап үбәйем байрам менән!.. 1916. Шәйехзада Бабич. 💙🤍💚