"
"Башҡортостан" гәзите
@bash_news1022.2K подп.
53просмотров
2.5%от подписчиков
30 марта 2026 г.
📷 ФотоScore: 58
💥 Һыу баҫа башланы! Көйөргәҙе районы башлығы Лира Тереғолова хәбәр итеүенсә, Оло Юшатыр йылғаһында һыу кимәле ҡырҡа күтәрелеп, күперҙе һыу баҫҡан. Һөҙөмтәлә Яҡут, Яңы Мораптал һәм башҡа ауылдар янындағы Яҡут күпере һыу аҫтында ҡалған. Хакимиәт башлығы халыҡҡа Ҡыҙыл Маяҡ ауылы аша үткән урау юлдан файҙаланырға кәңәш итә. ❗️– Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә тракторҙар һәм бейек машиналар йөрөй ала. Шуға ҡарамаҫтан, юлсылар юл йөрөүҙе тыйыу билдәһен ҡуйҙы. Яҡут халҡына ашығыс аҙыҡ-түлек йәки медикаменттар кәрәк булғанда ауыл биләмәһе башлығына мөрәжәғәт итергә кәңәш ителә, - тип яҙҙы социаль селтәрҙә Лира Тереғолова. 📍Ғафури районында Еҙем һәм Белорет районында Инйәр йылғаһында ла боҙ китте. ✅Р. Мусина ✅Фото сығанағы: UTV, скриншот.
53
просмотров
806
символов
Нет
эмодзи
Да
медиа

Другие посты @bash_news102

Все посты канала →
💥 Һыу баҫа башланы! Көйөргәҙе районы башлығы Лира Тереғолов — @bash_news102 | PostSniper