"
"Башҡортостан" гәзите
@bash_news1022.2K подп.
58просмотров
2.7%от подписчиков
30 марта 2026 г.
question📷 ФотоScore: 64
✨Ҡайын һыуын нисек йыйырға? Ул бик файҙалы. 📍Эсемлекте ике-өс аҙна даими ҡулланһаң, ул ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, авитаминоз, хәтер юғалтыу, хәлһеҙлек, күңел төшөнкөлөгөнән арынырға ярҙам итер. 📍Шулай уҡ йөрәк эшмәкәрлеген көйләй, ҡанды таҙарта, тамырҙарҙы нығыта. ❗️Ҡайын һыуын йыйыр өсөн ағасты бер урындан ике-өс сантиметр тәрәнлектә тишәләр. Ябай ғына улаҡ яһап, быяла һауытты тишелгән урын менән тоташтыралар. Бер ағастан бер литр һыу алырға мөмкин. ❗️Һыуын йыйып алғас, тишелгән урынды мүк йәки пластилин менән ҡапларға кәрәк, шунһыҙ ағас ҡороясаҡ. Ағас сөй ҡағып ҡуйһаң да була, балсыҡ, балауыҙ ҙа ярай. Ҡайын төбөндә үҫкән мүкте тығыҙлап тултырыу ҙа һыу ағыуын туҡтата. Балта ҡулланмағыҙ. Был осраҡта яраны ҡаплау һөҙөмтә бирмәйәсәк. ❗️Шифалы ҡайын һуты эсеп, берүк ҡайынды һәләк итмәгеҙ - ағасты ипләп кенә тишегеҙ һәм һутты дарыу урынына ғына файҙаланығыҙ. ✅К.Усманова ✅Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan
58
просмотров
997
символов
Нет
эмодзи
Да
медиа

Другие посты @bash_news102

Все посты канала →
✨Ҡайын һыуын нисек йыйырға? Ул бик файҙалы. 📍Эсемлекте ике- — @bash_news102 | PostSniper