343просмотров
14 марта 2026 г.
Score: 377
Илүзә: социаль эҙләнеүсе, башкорт ауылынан Европаға юл, Баймак ваҡиғалары һәм үҙең булыу хоҡуғы Илүзәнең Ташкентҡа килеүе минең өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиға булды. Беҙ уның менән бик күп һуҡмаҡтарҙы бергә үттек, төрлө тәжрибә тупланыҡ, бергә шатландыҡ, бергә борсолдоҡ — бергә үҫтек тиерлек. Ниндәй генә һынауҙар аша үтмәһәк тә, уның ҡараштары һәм эске ныҡлығына ышанысым һәр ваҡыт булды, бар һәм буласаҡ. Бәләкәй Ҡыуат ауылынан сыҡҡан ҡыҙҙың үҙ тырышлығы менән ғәжәйеп үрҙәр яулауы, әлбиттә, ғорурлыҡ хисе тыуҙыра. Ул яугирҙәрсә ҡәләм һәм ғилем көсө менән ҙур эш алып бара: бөгөнгө Рәсәйҙәге иң үткер сәйәси темаларҙың береһе — Баймаҡ эше хаҡында тикшеренеүҙәр үткәрә һәм халыҡ-ара майҙандарҙа яҡташтарын яҡлап сығыш яһай. Бәлки, ул зинданда ултырған ир-егеттәр менән бер ҡасан да күрешмәгәндер ҙә, тик Илүзә үҙен хәүеф аҫтына ҡуйһа ла, ғилем көсөнә таянып, үҙ һуҡмағында ныҡлы тора. Ошо һәм башҡа мөһим һорауҙар хаҡында әңғәмә ҡорҙоҡ. Илүзә менән аралашыу минең өсөн яңы һулыш булып торҙор. 00:00 Инеш: Илүзә хаҡында
05:26 Борис Немцов ис. магистратура программаһы
10:16 Илүзә ҡайҙан аҡса ала? TLF
14:20 Намыҫ менән компромисстар
17:37 24 февраль...
20:18 Төрлө кешеләр. төрлө һуҡмаҡтар
22:50 "Һин бик еңел фекер йөрөтәһең"
24:00 Илүзәнең суперкөсө
25:07 Ауыл балаһының Прагаға сығып китеүенә нимә тәьҫир итте?
31:15 Европанан хистәр һәм тәьҫораттар, ниндәй тәжрибә кисереүе
34:23 Аҫылташ
37:00 "Рәсәйҙә һин бик шәп карьера төҙөй ала инең, тик..."
38:49 Баймаҡ ваҡиғалары
41:35 Баймаҡ ваҡиғаларында ҡатнашыу ниәтең?
43:50 Фаил Алсынов - башҡорт халҡының йыйылма образымы?
45:10 Баймаҡ ваҡиғаларының позитив һығымталары бармы?
47:00 Ни өсөн Баймаҡ хаҡында һөйләү мөһим?
49:17 Рәсәйҙә ҡалған һуғышҡа ҡаршы кешеләр хаҡында
52:43 Башҡорт — яугирмы? Архетиптар хаҡында
56:41 Һиңә ҡарата "сәйер" ҡараштар бармы?
59:43 Европа башҡорттары
1:00:27 Башҡортостандың киләсәге
1:04:19 Һинең хыялың Стенфорд ине
1:06:50 Илүзәнең төп принциптары 1:08:40 Замандаштарға мөрәжәғәт
1:10:03 2019 йылдағы пост