48просмотров
11.8%от подписчиков
30 марта 2026 г.
Score: 53
Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайы ултырышы үтте.
Район башҡорттары ҡоролтайының йомғаҡ яһау - милләтебеҙҙе берләштереү, халҡыбыҙҙы борсоған проблемаларҙы күтәреү, алдыбыҙға яңы маҡсаттар ҡуйыу өсөн бик әһәмиәтле сара. Бөгөнгө тантаналы сарала район һәм ҡала үҫешенә ҙур өлөш индергән һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан яҡташтар билдәләнде. Районыбыҙҙың әүҙем Ағинәйҙәре әҙерләгән халыҡ кәсептәре һәм милли ризыҡтар күргәҙмәһе осрашыуҙың матур биҙәге булды. Баймаҡтар элек-электән әүҙем, дәртле, татыу булыуҙары менән айырылып тора. Бергәләп эшләйһе эштәребеҙ, хәл итәһе мәсьәләләребеҙ әле бик күп. Уларҙы барыһын да атҡарып сығырбыҙ һәм йәшәйешебеҙгә ҡот өҫтәрбеҙ, киләсәктә лә халҡыбыҙҙың рухына тоғро ҡалып, башҡаларға өлгө булып йәшәрбеҙ тип ышанам. Берҙәм, рухлы һәм илһөйәр булып ҡалайыҡ! 🔸Состоялось заседание Курултая башкир Баймакского района. Мы подвели итоги работы Курултая — организации, которая объединяет наш народ, отражает актуальные проблемы жителей и района, а также ставит перед нами новые важные цели. Жители Баймака всегда отличались активной жизненной позицией, энтузиазмом и дружелюбием. Благодаря совместным усилиям мы движемся вперёд, достигаем значимых результатов и успехов. Сегодня на торжественном мероприятии были отмечены те, кто вносит большой вклад в развитие района и проявляет активную гражданскую позицию. Уважаемые и активные Ағинәйҙәр подготовили выставку народных промыслов и национальных блюд, которая стала настоящим украшением встречи. Подводя итоги, отметили, что сделано много, но впереди ещё много важных задач, которые мы будем решать вместе. Призываю и впредь оставаться верными духу нашего народа, подавать пример будущим поколениям. Желаю Курултаю башкир нашего района и его членам дальнейших плодотворных работ!